14 июндә Дәүләт думаһында пенсия йәшен күтәреү буйынса закон проекты ҡараласаҡ

Рәсәйҙә пенсия йәшен күтәреү буйынса закон проекты иртәгә, 14 июндә, Хөкүмәт тарафынан хәл ителәсәк. Проектта ир-егеттәрҙең - 65 йәштән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 63 йәштән хаҡлы ялға сығыуҙары хаҡында һүҙ бара.

Хәбәр итеүҙәренсә, финанс-иҡтисад һәм социаль өлкә министрҙар бүлмәһе араһында килеп тыуған бәхәстәр хәл ителгән. Хөкүмәт, Иҡтисад министрлығы тәҡдим итеүенсә, киләһе йылдан пенсия йәше күтәреүҙе хуплауы мөмкин.

Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән, ирҙәр- 60 йәштән хаҡлы ялға сыға.