Команданың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, контракт өс йылға иҫәпләнгән. Сергей Томаров башҡорт клубы структураһында 2011 йылдан алып эшләй. Уҙған миҙгелдә ул төп команданың өлкән тренеры вазифаһын биләне.
Быға тиклем Өфө клубына уҙған миҙгелдән һуң "Зенит"ҡа күскән Сергей Семак етәкселек итте. Уның ҡул аҫтында команда Премьер-лигала үҙ тарихында тәү тапҡыр иң юғары - 6-сы урынға сыҡты. Алдағы миҙгелдә Өфө Европа лигаһында уйнай.




