Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм төбәк үҫеше буйынса комитеты был саҡырылыштағы һуңғы ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта бер нисә закон проекты ҡаралды. Аныҡлап әйткәндә, контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлеге, мотлаҡ медицина страховкалау фондының бюджеты, төп финанс документтағы үҙгәрештәр һәм башҡалар. Шулай уҡ Дәүләт Думаһынан килгән федераль закондарҙың проекттары ла тикшерелде. Комитет ағзалары 2017 йылда бюджеттың үтәлешен дә ҡараны. Быйыл республика ҡаҙнаһынан сығымдар буйынса тәүге тапҡыр йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолдо.




