Оҙайлы килешеү төҙөмәгән һөтсөлөк хужалыҡтарының субсидияһыҙ ҡалыуы ихтимал

Был турала бөгөн Республиканың ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә белдерелде. Һөт буйынса кәңәшмә һуңғы арала ғына икенсе тапҡыр ойошторола, был яңы һауылған һөткә хаҡтың үтә түбәнәйеүе менән бәйле. Ауыл хужалығы белгестәре проблеманы оҙайлы килешеү төҙөп хәл итергә тәҡдим итә. Сөнки былай барһа, күп хужалыҡтарҙың мал башын кәметә башлауы мөмкин.

Әле һөткә хаҡ ҡуйыу формулаһы билдәләнә. Ошо йәһәттән етештереүселәрҙең дә, эшкәртеүселәрҙең дә, эксперттарҙың да фекере иҫәпкә алына. Сит илдәрҙең, илдәге башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелә.

Формуланы йыл аҙағына тиклем билдәләп, киләһе йылдан яңыса эшләй башларға тейешбеҙ. Әле сауҙа рәттәрендә һөткә хаҡтар ныҡ айырыла, үҙ-ара ярышырға түгел бергәләп эшләү мөһим. Бер-береңде ғәйепләп кенә лә проблеманы хәл итеп булмай. Беҙгә үҫеш стратегияһы кәрәк.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры

Белгестәр фекеренсә, оҙайлы килешеүҙәрҙән тыш һөттөң сифатын артырыу мотлаҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер дәүләттәрҙә хаҡ сифатҡа ҡарап ҡуйыла. Оҙайлы килешеү иһә эшкәртеүселәргә үҙ эшмәкәрләген планлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Сөнки әле ҡайһы бер хужалыҡтар хаҡ түбән саҡта һөттө тапшырырға килешә лә, артыу менән үҙ һүҙенән кире ҡайта.

Үҙ сиратында өҙөклөктәр барлыҡҡа килә. Һөт заводтары менән килешеү төҙөмәгән хужалыҡтарға дәүләт тарафынан һәр литр өсөн бирелгән субсидияны бүлмәҫкә мөмкин. Ә эшкәртеү предприятиелары ташламалы кредиттарға дәғүә итә алмаясаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.