Иртәгә Башҡортостан матбуғаты көнө. Шулай уҡ, 14 июнь, башҡорт телендә сыҡҡан тәүге башҡорт баҫмаһы "Башҡорт мөхбире" гәзите донъя күргән көн. Был тарихи ваҡиға республика матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүгә нигеҙ булып тора. Байрам алдынан матбуғат ветерандары Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт музейында йыйылды.
Унда "Журналистика минең яҙмышым" тип исмеләнгән конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков әйтеүенсә, 14 июнь республика матбуғаты көнөн билдәләү, ҡәләм оҫталары араһында һөнәри теләктәшлекте арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин Октябрь революцияһынан һуңғы осорҙа башҡорт совет журналистикаһына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. 1917-1924 йылдарҙа ғына ул ваҡытта донъя күргән ваҡытлы матбуғатта уның 30-ҙан ашыу публицистика мәҡәләләре, хикәйәләр, очерктар, шиғырҙары донъя күрә. Әҫәрҙәрен ул Башҡорт, башҡорт улы Шәһит, Хоҙай псевдонимдары аҫтында баҫтыра.
Башҡортостан матбуғапты көнө иртәгә Ҡариҙел районында ла билдәләнә. Хәҙер инде йолаға әйләнеп өлгөргән Журналистар һабантуйы, йәғни "Журфест" быйыл йәмле Павловка һыуһаҡлағысы буйында үтә.




