Уттан 747 гектар йәшел зона зыян күргән. Миҙгел башланғандан бирле 94 ут сығыу осрағы билдәләнгән. Сағыштырыу өсөн, былтыр был ваҡытта күрһәткес 25 тирәһе булған.
Мәғлүмәт өсөн, әлеге мәлдә Хәйбулла районында иң юғары - дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡлана. Халыҡтың тәбиғәткә сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һорала.




