Баш ҡаланың автотранспорт колледжы студенттар уҡытыуҙа шәхси эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәрен файҙалана. Ә бизнес яңы асыштар һәм өҫтәмә хеҙмәт көсө ала. Уҡыу йортоноң ихатаһында ғына асфальт сифатын тикшереү лабораторияһы урынлашыу ҙур уңыш, тип һанай студенттар. Юл япмаһын өйрәнеү, асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән эш итеү автотранспорт колледжының уҡыу программаһына инә.
Шуға ла алынған белемде ғәмәлдә һынап ҡарау мөмкинлеге булыуы уҡытыу процесын күпкә еңеләйтә. Студенттар бында төрлө райондарҙан алынған асфальт өлгөләрен тикшерә. Һауа шарттары, тәгәрмәстәр баҫымы йоғонтоһон өйрәнә.
Лабораторияла асфальт ҡатламын өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ә бына уҡыу йорто бындай мөмкинлектәр менән маҡтана алмай. Ә тикшереү үҙәге иһә үҙ сиратында яңы көстәр, асыштар һәм инновациялы эш алымдары үҙләштерә. Йәғни, эшҡыуарлыҡ һәм белем биреү өлкәһе бер-береһенә үҫеш өсөн импульс бирә.




