Өфөнөң Яҡутов ял һәм күңел асыу паркында "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Совет районы хакимиәте менән берлектә, байрам уңайынан концерт ойошторҙо. Асыҡ һауалағы концертта ретро йырҙар яңғыраны. Мәҙәни сараның тематикаһы ла совет йылдарын сағылдырыу.
Дәртле комсомолдар, юлдаш радиоһы алып барыусылары: Йәмил, Филүс, Ғәзиз тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып бейетте. Байрам тамашасылары сәхнә йондоҙҙары сығышын дәррәү алҡыштарға күмде. Сараға килеүселәр радио аша яратып тыңлаған йырсылары менән яҡындан күрешеп, аралаша алды.




