Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүсе Силәбе өлкәһендә Рәсәй көнө киң билдәләнгән. Был көндө төбәктә Милли спорт төрҙәре фестивале, Халыҡтар дуҫлығы парады һәм төрлө концерт программалары ойошторолған.
Байрам сараларында Силәбе ҡалаһының башҡорт ойошмалары вәкилдәре республиканың дәүләт флагы менән сыҡҡан. Милләттәштәребеҙ башҡорт милли кейемдәрендә халҡыбыҙҙың йырҙары һәм бейеүҙәрен башҡарған, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Байрамға ҡарата Силәбе башҡорттарының "Уралым" гәзитенең яңы һаны донъя күргән.




