Башҡортостанда дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары белгестәре форумы үтте

Сарала республика һәм күрше төбәктәрҙән тәбиғәт ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе белгестәр ҡатнашты. Форумдың өсөнсө көнө Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында үтте.

Форум ҡунаҡтары ҡурсаулыҡтың биотехник саралар уҙғарыу һәм "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән үҫемлектәрҙе һаҡлау тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр фекеренсә, тап ошондай форумдарҙа белгестәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә.

Ғилми-ғәмәли сараларҙан тыш, йәй айҙары ҡурсаулыҡта төрлө экскурсияларҙың ҡыҙған мәле. Һәргәй ауылындағы тәбиғәт музейы һәм "Башһырт" экологик үҙәгендә өлкәндәр һәм уҡыусылар Башҡортостандың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ала, ҡыҙыҡлы фильмдар ҡарай. Балаларға бигерәк тә маралдар вольеры оҡшай. Бына бер нисә йыл инде маралдар көтөүен тергеҙеү өсөн бында Алтай крайынан тоҡомло боландар килтерелә. Әле ҡурсаулыҡта 8 баш марал иҫәпләнә. Былтыр көҙ тыуған 3 быҙау ҡышты уңышлы сыҡҡан.

Былтырғы марал балалары әсәләре һымаҡ уҡ, кешегә бик тиҙ өйрәнәләр. Улар мине тауышымдан уҡ танып торалар.

Әлиә Исхаҡова, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре

Автор: Гөлдәриә Йосопова.