Бөгөн Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында модулле фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды. Ярты быуат буйы медицина учреждениеһы иҫке бинала урынлашҡан булған. ФАП республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Дүшәмбикә ауылында 1972 йылда төҙөлгән фельдшер-акушер пункты емерек хәлдә. Иҫке йыһаздар, хлорамин һәм дарыу еҫе генә бында ҡасандыр медицина учреждениеһы урынлашыуы тураһында һөйләй. Һыуыҡ бинала фельдшер ҙа, килгән ауырыуҙар ҙа ҡалтырап тигәндәй өшөп ултырған. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә артта ҡалған. Сөнки бөгөн ауыл уртаһында яңы фельдшер-акушер пункты балҡый.
Медицина учрежденииеһының нигеҙен һалыуҙы урындағы эшҡыуар үҙ өҫтөнә алған. Ә ФАП бинаһы бер аҙна эсендә йыйылған, сөнки ул йоҡа пластик модулдәрҙән тора.
Дүшәмбикә ауылында 600-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә һәм уларҙың күбеһе өлкәндәр. Улар бөгөн фельдшер- акушер пункты асыу тантанаһына йыйылды.
Сәк-сәк, бәлештәр - ришүәт түгел, ауылда ундай ғәҙәт юҡ, байрам хөрмәтенә. Бөгөн Дүшәмбикәлә йәшәүселәр өсөн икеләтә байрам. Берҙән улар уңайлы шарттарҙа тәүге медицина ярҙамы аласаҡ, икенсенән, яңы ФАП-ҡа заманса медицина техникаһы килтерелгән һәм дауалау мөмкинлектәре лә киңәйә.
Статистика буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән интегеүселәр һаны кәмемәй, һәм диагнозды ауылда уҡ билдәләп буласаҡ. Ауыл фельдшерының ЭКГ аппартын әле тәүгә асып ҡарауы, быға тиклем бындай медицина техникаһы менән эшләргә тура килмәгән.
4 миллион һумға яҡын аҡсаға булдырылған ФАП тейешенсә йыһазландырылған. Бина электр менән йылытыла, һыу үткәрелгән, бер һүҙ менән әйткәндә, заманса шарттар булдырылған. Ауыр сирҙән интегеүсе ололарға, йөклө ҡатындарға, балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар уңайлыҡтар бар. Шулай уҡ медицина учреждениеһында шәфҡәт туташы эшләй.
Ҡыйғы районында бөтәһе 25 фельдшер-акушер пункты эшләп килә, һәм уларҙың тағы өсөһөн яңыртыу талап ителә. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә медицина белгестәренә ҡытлыҡ күҙәтелә.
Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ил етәксеһе 100 кешенән күберәк халыҡ йәшәүсе ауылдарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен күтәреү бурысы ҡуйғайны. Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында былтыр Башҡортостанда 80 миллион һумға 23 фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды. Киләсәктә уларҙы тағы ла арттырыу күҙаллана.




