Янғын бәләһе

10 июнь көндөҙгө сәғәт икеләрҙә Иглин ҡасабаһындағы Төхвәт Йәнәби урамындағы 27 йортта янғын сыға. Утта өс йәшлек бала һәләк була, йорт хужаһы ауыр тән йәрәхәттәре ала. Әлеге ваҡытта ул Өфөнөң 18 дауаханаһына урынлаштырылған. Хәле ауыр.

Фото №1 - Янғын бәләһе

10 июндә Иглиндә йәшәгән күп балалы Ғәйфуллиндар ғаиләһе социаль хеҙмәттәр саҡырыуы буйынса Өфөгә циркка килә. Ғаилә һыуҙағы цирк тамашаһының беренсе өлөшөн генә ҡарап өлгөрә. Антракттан һуң Альбина Ғәйфуллина йәшәгән йорттарында янғын сыҡҡан тигән хәбәр ала.

"Әсәлек капиталы"на 2011 йылда төҙөлгән йорттан ошондай харабалар ғына ҡалған. Соланда ут сығып, түбәгә үрләгәнен куршеләре Салауат Кәшфуллин күреп ҡала. Урамда ғәҙәттәгесә, бала-саға күренмәгәс, ишекте шаҡый, йорт эсенән бер кем дә тауыш бирмәй, тышҡы газ кранын ябып, 112 һандарын йыя, ул арала ҡалған күршеләре лә ярҙамға ашыға.

Ҡапҡаны астым да эскә йүгерҙем. Ингәс, газ кранын һүндерҙем. Өйҙә бер кем дә юҡ, аллаға шөкөр, тип уйланым. Бер аҙҙан йорт хужаһы тәҙрә аша килеп сыҡты.

Салауат Кәшфуллин, Ғәйфуллиндарҙың күршеһе

Күп балалы ғаиләгә янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылмаған, ул булһа йорт хужаһы уның тауышын ишекән дә булыр ине бәлки. Соланда ут тоҡандырғыс менән шаярған улын да күрмәгән. Һөҙөмтәлә баланың ғүмере өҙөлә, ирҙең тәненең яртыһынан күберәк өлөшө бешә.

Хәүефле сигнал алыу менән ике бригада ебәрелде. Был ваҡытта өйҙөң ағас веранда өлөшө һәм түбәһе яна ине. Ут һүндереү барышында солан мөйөшөндә баланың кәүҙәһе табылды. Бәлә баланың ут менән шаярыуынан сығыуы ихтималлығы ла бар. Сәбәптәрен тикшереү асыҡлаясаҡ.

Сергей Якутчик, 35-се янғын һүндереү бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Янғында кесе улын юғатҡан әсә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Әммә уға артабан да йәшәргә көс табырға, ҡалған өс баланы йортло итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта балалар өләсәйҙәрендә йәшәп тора.

Өйҙән Өфөгә сығырға аяғым тартмағайны. Улым циркҡа алып барыуҙы үтенде. Етмәһә, ҡыҙымдың тыуған көнө лә яҡынлашҡан ине. Балалар циркка беренсе тапҡыр барғайны.

Альбина Ғәйфуллина, янғындан зыян күреүсе
Башбат

Иртәгә янған бина һүтеләсәк, ә яңы йортҡа нигеҙҙе Альбина Ғәйфуллина янғын сыҡҡан ерҙән 3-4 метрға өҫтәрәк ҡорорға ниәтләй. Янғында балаһын юғалтҡан, һәм йортһоҙ ҡалған күп балалы әсә социаль яҡлау бүлеге аша документтар һәм аҡсалата ярҙам юллай. Мәрхәмәтле кешеләр Ғәйфуллиндарға хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа ала.

Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп: 639002069084932209 (Альбина Вакильевна Гайфуллина)

Автор: Гүзәл Борханова.

Фото №2 - Янғын бәләһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ