Ишембай районында чиновниктар һәм йәмәғәтселәр балалар лагерын бүлешә алмай. Уларҙың береһе лагерь биләмәһендәге күсемһеҙ объекттарҙың урындағы муниципаль бюджет учреждениеһына законһыҙ тапшырылыуына дәғүә белдерһә, икенселәре был ҡарар район етәкселеге тарафынан аңлы рәүештә ҡабул ителгән тигән фекерҙә.
Яҡтар араһындағы низағтан тәү сиратта балалар һәм уларҙың ата-әсәләре зыян күрә. Сөнки июнь уртаһы яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, лагерь биләмәһе һаман да уҡыусыларҙы ҡабул итмәгән.
Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан "Орленок" лагеры балаларҙың яратҡан ял урындарының береһенә әйләнгән. Ете тиҫтә йыл самаһы ваҡыт эсендә унда республиканан һәм сит төбәктәрҙән меңдәрсә уҡыусы һаулығын нығытҡан. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоронда лагерҙың милекселәре бер-бер артлы алмашынып тороуҙан биналар буш тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә дүрт йыл элек "Башҡортостандың мәҙәни мираҫы" төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы тырышлығы менән лагерь йәнә тулы тормош менән ҡайнай башлай. Тәүге йәйҙә 300, икенсе йылына ике тапҡырға күберәк бала ял итә. Бер үк ваҡытта йәмәғәт ойошмаһы күсемһеҙ биш объекты үҙ милкенә күсерә. Ҡалған объекттарҙы ла ҡуртымға алырға йыйынғанда улар административ кәртәләргә тарый.
Лагерь биләмәһендәге ҡалған 17 күсемһеҙ объект муниципаль ҡармамаҡҡа күскән. "Йәйғор" тип аталған бюджет ойошмаһы хәҙер үҙҙәре лә балаларҙың йәйге ялын тәьмин итеүгә тотонған. Әммә бер үк биләмәлә муниципаль һәм шәхси лагерҙар урынлашыуы ҙур ҡыйынлыҡтарға килтергән. Мәҫәлән, ашхана ишеге "Орленок"та ял итеүселәр өсөн ябыҡ булһа, шул уҡ бассейнда "Йәйғор" балалары һыу инеүҙән мәхрүм ҡалған.
Өлкәндәр лагерҙар өсөн талашҡан арала йәйҙең тәүге айының яртыһы үтеп тә бара. Әммә биләмә һаман да балаларҙың шат тауыштарына күмелмәгән. "Йәйғор" лагеры вәкилдәре әйтеүенсә, беренсе сменаны улар яҡын көндәрҙә ҡабул итәсәк. Бер үк ваҡытта "Орленок" лагерында ла һуңғы әҙерлек эштәре бара. Бер ҡаҙанда ике һарыҡ башы һыймай тиһәләр ҙә, ике яҡ та йөкмәтелгән бурыстар теүәл үтәлергә тейеш тигән фекерҙә.




