Башҡортостандың мәғариф министрлығы Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Әлегә база математикаһы, география, информатика фәндәренән өлгәшелгән билдәләр асыҡланды.
Математиканан 17 мең 672 уҡыусы һынау тотҡан. Был фән буйынса яҡшы билдәһенә өлгәшеүселәр 12,2 процентҡа артҡан. Географиянан 693 кеше имтихан тапшырған, уларҙың икәүһе иң юғары балл туплауға өлгәшкән. Улар Туймазы һәм Ейәнсура райондарында йәшәүсе 11 синыф уҡыусылары. Информатика буйынса 100 балды Өфө, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларынан 9 уҡыусы йыйған.
Шулай итеп быйыл 100 балл йыйыусылар, Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн минималь балл йыйыусы уҡыусылар һаны артҡан. Һынауҙы үтә алмаусылар иһә яҡынса 2 процентҡа кәмегән.




