Өфөнөң Дим районында «Әкиәттәр аллеяһы» вандалдар ҡулынан зыян күрә

Урында йәшәүселәр «Әкиәттәр аллеяһы»нда теркәлгән вандализм осрағына зарлана. Билдәһеҙ кешеләр кәрләне емергән, тағы ла бер нисә скульптураны ҡолатырға тырышҡандар.

Билдәләп үтергә кәрәк, был аллея биш йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Ул әкиәттәр персонаждары скульптураларынан тора. Урында йәшәүселәр аллеяла күп ваҡытын уҙғара. Бынан тыш, вандалдар парк ҡоролмаларына ла зыян килтерә. Бер аҙна элек кенә дерт-трассаны төҙөкләндереү эше тамамланғайны. Был ваҡыт эсендә ул ике тапҡыр вандалдар ҡулынан зыян күрә.

Өфөлә йәшәүселәрҙе спорт майҙансыҡтарына, ҡаланың биҙәге булған әйберҙәргә һаҡсыл булырға саҡыралар. Бындай осраҡтар өсөн яуаплылылыҡ көтә.Вандалдарҙы штраф көтә, йә иһә мәжбүри эшкә йәлеп ителәр.