Синоптиктар 15 июндә йәшен һәм боҙборсаҡ вәғәҙәләй. Көслө ел сығыуы көтөлә.
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә,16 июнгә ҡараған төндә республикала ҡырау төшөүө ихтимал. Һауа температураһы өс градусҡаса һалҡынайта.
Бөгөн,14 июндә, Башҡортостанда ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Шулай уҡ йәшен йәшнәүе һәм боҙборсаҡ яуыуы ихтимал.Һауа температураһы егерме градус йылы буласаҡ.




