Өфөлә элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Кәширинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Республиканың элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Кәширина 43 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы. Уның бер улы ҡалды. Мәрхүмә менән хушлашыу бөгөн Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.

Фото №1 - Өфөлә элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Кәширинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Лилиә Алик ҡыҙы Кәширина 1975 йылдың 24 майында Благовещенск ҡалаһында донъяға килә. Оҙаҡ йылдар республиканың финанс министрлығында эшләй.

2012 йылда республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм 2016 йылға тиклем ошо вазифаны биләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ