Республикала ағас һатҡаны өсөн эшҡыуарға штраф һалына

Ғафури районында ағас менән һатыу иткән ваҡытта киткән етешһеҙлектәр өсөн эшҡыуарға штраф һалына. Прокуратура закон үтәлешен тикшерә. Эшҡыуарҙы ете мең һум күләмендә штраф көтә.

Законға ярашлы, ағас хужаһы берҙәм системаға сауҙа хаҡында декларация тапшырырға тейеш.Был законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы булдырмау маҡсатында эшләнә. Тик эшҡыуар 475 куб.м ағас менән эш итеү хаҡында декларация тапшырмай.

Эшҡыуарҙы яуаплылыҡҡа тарттыралар. Уға ете мең һум күләмендә штраф һалына. Етешһеҙлектәр бөтөрөлә.

Фото: Интернет