Республикала суд приставтары тарафынан «Бурыслы» операцияһы үткәрелә

13 июндән алып 21 июнгә тиклем «Бурыслы» профилактик сараһы уҙа. Ул үҙ ваҡытында штрафтарҙы ҡайтарыу маҡсатында башҡарыла. Граждандарҙы түләнмәгән штрафтары булыу-булмауға тикшерәсәктәр.

Шулай уҡ, бурыслыларҙың йорттарына ла рейдтар ойоштороласаҡ. Законға ярашлы, штраф алтмыш көн эсендә түләнергә тейеш. Түләүҙән баш тартҡан граждандар яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Урында йәшәүселәрҙе ваҡытында штрафтарын түләргә саҡыралар. Бурыслыларға түләнмәгән штраф суммаһын икеләтә ҡайтарырға тура киләсәк.

Фото: Интернет