Өфөлә бер йәшлек бала өҫтөнә эҫе һыу менән сәйнүкте ауҙара. Был осраҡ буйынса тикшереү эше бара.
Осраҡ ҡаланың Калинин районында теркәлә. Бер йәшлек бала уйнап йөрөгән сағында, эҫе һыу менән тулы сәйнүкте өҫтөнә ауҙара. Рсепублика киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, малайҙың тәне ныҡ бешә. Ата-әсәһе тиҙ ярҙам саҡырта, бала дауаханаға оҙатыла.
Бер аҙҙан осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башлай. Уның барышында ата-әсәһенең ғәйеп кимәлен билдәләйәсәктәр.
Фото: Интернет.




