Республикала газ баллоны менән уйнау һөҙөмтәһендә уҡыусы бала һәләк була

Мәләүездә 13 июндә был осраҡ теркәлә. Кискеһен 14 йәшлек үҫмер һәләк була, тағы ла 13 йәшлек бала дауаханаға оҙатыла.

Фото №1 - Республикала газ баллоны менән уйнау һөҙөмтәһендә уҡыусы бала һәләк була

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике уҡыусы бала көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән газ баллондарын һатып ала. Малайҙар газды телдәренә һиптерәләр. Уйын ваҡытында, 14 йәшлек үҫмерҙең хәле насарая, уға тиҙ ярҙам саҡырталар. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәре килеүгә, малай йән биргән була.

Икенсе бала дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ