Башҡортостанда быйыл кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөү башлана

Ошо хаҡта бөгөн Рөстәм Хәмитов Йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау буйынса беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресын асыу тантанаһында белдерҙе. Форумға сит илдәрҙән утыҙҙан ашыу белгес килде. Меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан сарала медициналағы был өлкә проблемалары һәм ҡаҙаныштары ҡарала, иртәгә кардиохирургтар йөрәккә яңы технологиялы уникаль операциялар яһаясаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөү башлана

"Устарыма һал йөрәгеңде" - йырҙа йырланған һүҙҙәр ысынбарлыҡта. Тик уста түгел, ә компьютер экранында һәм уның 3 Д моделе. Башҡортостан кардиохирургтары операцияларҙа бөтә заманса ысулдарҙы ҡуллана һәм карто 3 Д системаһы был инновацион алымдарҙың иң камилы. Киләсәктә табиптар рентгенографиянан тулыһынса баш тартып әмәлиәттәрҙе виртуаль алым ярҙамында ғына үткәрәсәк. Республика кардиология үҙәгендә йылына 500 операция эшләнә. Киләсәктә уның һаны тағы ла артасаҡ, сөнки яңы корпус төҙөлә башлай. Ошо хаҡта бөгөн Рөстәм Хәмитов йөрәк- ҡан тамырҙарын дауалау буйынса беренсе Рәсәй -Ҡытай конгресын асыу тантанаһында белдерҙе. Ҡаҙнанан был маҡсатта 6 миллиард тирәһе аҡса бүлеү ҡаралған.

В этом году мы приступаем к строительству хирургического корпуса республиканского кардио диспансера. Это будет современный комплекс с площадью 36 тысяч квадратных метров, с операционными, оборудованными новейшей техникой.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Шулай уҡ алдағы 4 йылда төбәктә 15 миллиард һумға тиҫтәләрсә медицина учреждениеһы һалынасаҡ. Сығымдар бүленә, әммә иң беренсе сиратта пациенттарға булған мөнәсәбәт яҡшы булырға тейеш. Республика башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм етәкселәрҙе кешеләрҙе яратырға саҡырҙы. Был -ҡытай философы Конфуцийҙың яҙмаларындағы төп фекер, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.

Ике көн дауамында табиптар йөрәк-ҡан-тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа алдынғы ысулдар, халыҡ-ара тәжрибә менән уртаҡлаша. Баш ҡалаға утыҙҙан ашыу илдән белгестәр килде. Рәсәй төбәктәре, Ҡытай, Германия, Австрия һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре докладтар менән сығыш яһай. Кем-кемдән өйрәнәсәк? Ҡытайҙар беҙҙәнме, йәки киреһенсә.. Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельциндың йөрәгенә операция яһаған киң билдәле кардиохирург Ренат Аҡсуриндың был мәсьәләгә үҙ фекере.

Ҡытай- бөйөк ил, уларҙың медицинаһында беҙҙе аптыратҡан осраҡтар күп. 90- сы йылдарҙа миңә Ҡытайҙың бер провинцияһынан хирург килде. Йылына нисә операция эшләнә, тип һораным. Ул 45 мең тине, был - 100 миллиондан ашыу халыҡ һанына. Был илдә халыҡ медицинаһы алға киткән һәм улар әмәлиәт ваҡытында уны киң ҡуллана. Мәҫәлән, бер баланың йөрәгенә операция ваҡытында наркоз урынына тәненә энәләр ҡаҙалғайны. Операция тамамланды, сабый шунда уҡ йүгереп тигәндәй йөрөй башланы.

Ренат Аҡсурин, медицина фәндәре докторы,профессор

Ҡытайҙың Харбин университеты клиникаһында эшләүсе Хан Вэй әйтеүенсә, уларҙа медицина страховкаһы хеҙмәттәрҙең 60 процентын ғына ҡаплай ала һәм һөҙөмтәлә халыҡ күбеһенсә түләп дауалана.

Мин кисә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында булдым һәм 60 йәштән өлкәндәргә эшләнгән операцияларҙың кимәле һоҡландырҙы. Бигерәк тә эндоваскуляр ысул менән яһаған операциянан һуң пациенттың тиҙ төҙәлеүе, бер -нисә көндән үк өйөнә ҡайта алыуы шатландыра.

Хан Вэй, Харбин Университеты клиникаһы бүлеге мөдире
Башбат

Табиптар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа йөрәк клапандары, аортаһы патологиялары йыш осрай һәм операциялар күкрәк ҡыуышлығын ярмай ғына уйым аша эшләү киң ҡулланыла. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ТАVI ысулы менән яһаған дауалау яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Йөрәк- ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен өйрәнеүселәр билдәләүенсә , ауырыуҙың төп сәбәптәре тәмәке тартыу һәм һимереү. Дөрөҫ булмаған рацион һимереүгә, ә ул шәкәр диабетына, гипертонияға, артабан инфаркт һәм инсультҡа килтерә.

Конгресс барышында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү, уны дауалауҙа яңы алымдар өйрәнелә һәм иң мөһиме уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлектәре ҡарала. Иртәгә форумда ҡатнашыусылар йөрәккә уникаль операциялар яһаясаҡ, улар конгресс-холл залына тура трансляциялана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ