Газ баллончигы менән шаярыу һөҙөмтәһендә Мәләүездә 14 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө

Бәхетһеҙ осраҡ кисә, киске сәғәттәрҙә теркәлде. 13 һәм 14 йәшлек ике малай сауҙа үҙәгенән көнкүрештә ҡулланылған газ баллончигы һатып алған. Тиҫтерҙәр уны телдәренә һиптерткәне билдәле.

Шаярып йөрөгәндә 14 йәшлек үҫмер үҙен насар тоя башлай. Дуҫы хатта ашығыс медицина ярҙамы саҡырта, әммә табиптар малайҙы ҡотҡарып өлгөрә алмай. 13 йәшлеге лә газдан зыян күрә. Ул урындағы дауаханаға оҙатыла. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.