Тармаҡ бәйгеһе

Баймаҡ районында һауынсылар һәм малдарҙы яһалма аталандырыусы белгестәрҙең традицион конкурсы үтте. Уның маҡсаты малсылыҡ тармағы алдынғыларын билдәләү, һөнәр абруйын күтәреү һәм белгестәрҙең оҫталығын камиллаштырыу ине. Конкурста урындағы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡатнашты.

Фото №1 - Тармаҡ бәйгеһе

Быйыл традицион бәйгенең үткәреү урыны итеп фермер Радик Ишмуллиндың хужалығы һайланды. Төбәктә унышлы эшләгән фермерҙың хужалығында бөгөн 100-ҙән ашыу эре мал, 120 баш йылҡы малы иҫәпләнә.

Бәйгенең төп шарты теоретик һәм практик өлөштән торҙо. Һауынсылар ғәҙәттәгесә һауыу аппараттарын ҡороу һәм йыйыу, Һауыу оҫталығын күрһәтте, һуңынан һөттөң сифатын билдәләне һәм баһалама ағзаларының теоретик һорауҙарына яуап бирҙе. Ә осеменаторҙар иһә теориянан тыш, малдарҙың хәл-торошон билдәләү, тикшереү кеүек талаптарҙы үтәне. Ҡайһы берәүҙәр тәүгә ҡатнашмаһа ла, бындай бәйгеләр һәр вакытта ла көсөргәнешле үтә.Сөнки һынауҙар өсөн бөтөнләй таныш булмаған ят фермалар һайлап алына.

Яһалма аталандырыу бөтә яҡтан да отошло. Ауырыуҙар булмай, һөтлө тоҡом үҫә, быҙауҙар ныҡлы була.

Ғайсар Буранбаев, конкурс еңеүсеһе

Быйыл катнашыусыларҙың санитар әҙерлегенә лә етди иғтибар бүленде. Тышҡы кейемдең, ҡулдарҙың, эшләгән ҡорамалдарҙың таҙалығына ла ҡаты талаптар куйылды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, иң якшы һауынсы тип “Тимербулатов” крәстиән-фермер хужалығынан Нурсилә Ишмөхәмәтова танылды. Яһалма аталандырыусы белгестәр араһында юғары балл Ғайсар Буранбаевта. Бәйгене ойоштороусылар билдәләүенсә, ауыл хужалығында үҙ эшен белгән, тәжрибәле белгестәр хеҙмәт итә. Күптәр өсөн был һөнәр быуындан-быуынға тапшырыла килә. Конкурс һуңында хужалыҡ етәкселәре өсөн семинар уҙғарылды. Унда яҙғы баҫыу эштәренә йомғак яһалды һәм йәйге осорға бурыстар билдәләнде.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ