Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурс йыл дауамында бара. Быйыл унда 104 табип ҡатанашырға теләк белдергән. Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе 29 номинация буйынса билдәләне.
Һөҙөмтәлә туҡһанға яҡын медицина белгесе үҙ һөнәре буйынса иң яҡшы табип тип танылды. Һөнәри байрам алдынан йомғаҡ яһалған конкурста еңеп сығыу эшкә дәрт, сәм өҫтәй , ә был тойғолар дауалау эшендә үтә лә мөһим, ти аҡ халатлылар.




