Өфө блогеры Харт Исхаҡов профессиональ осоусы Сергей Миңлеғолов менән берлектә "МаТУР" туристик проектын тамамланы. Ике урынлы, еңел моторлы осоу аппаратында улар республиканың тиҫтәләп төбәген урап сығыуға өлгәште. Сәйәхәтселәр Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ла туҡталды. Артабан проектта ҡатнашыусылар "Өфөнән һөйөү менән" фильмы режиссеры Айнур Асҡаровтың тыуған ауылында булып, урында йәшәгән халыҡтың көнкүреше менән танышып, яҡындан аралашты.
Шулай уҡ сәйәхәтселәр Башҡортостанды ҡош бейеклегенән күҙәткәндә, уның матурлығын видеоға төшөрә. Яҙмаларҙы "МаТУР" исеме аҫтында август башында интернет киңлектәрендә ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.




