Өфөнән билдәле хирург, онколог Гөлнур Ниғмәнова донъяның йәмен, гүзәллеген сәскәләрҙә күрә. Тап гөлдәр менән аралашыуҙан һуң кешеләргә изгелек эшләү, ярҙам итеү теләге көсәйә, ти ул. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Гөлнур Хәмзә ҡыҙы “Иң яҡшы табип” конкурсында үҙ номинацияһы буйынса беренсе урынды яуланы. Һаулыҡ һаҡлау менән баҡсасылыҡ араһында ниндәй бәйләнеш бар?
Гөлнур Ниғмәнова билдәле хирург, онколог та, көн һайын уның ҡулы аша тиҫтәләрсә пациент үтә. Кешеләрҙең һыҙланыуҙарын, аһ-зарын үҙ йөрәге аша үткәрергә тура килә. Ошо арыу сәскәләр менән аралашҡандан һуң һыпырып алғандай юҡ була. Күңел матурлыҡ менән тула, кешеләргә изгелек эшләү, ярҙам итеү теләге көсәйә, ти ул. Гөлнур Хәмзә ҡыҙының тап ошо сифаттары медицина хеҙмәткәрҙәре араһындағы республика конкурсында юғары баһаланды. Быйыл ул “Иң яҡшы онколог” исеменә лайыҡ булды.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алдынғы ҡарашлы һәм шул уҡ ваҡытта оло йөрәкле табиптар эшләүен билдәләне.
Маҡсаттар ысынлап та юғары. 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо һикһәндән ашырға тйеш. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәртеп ҡороуҙар башҡармай тороп был бурыстарҙы атҡарып сығыу мөмкин түгел.
Медицина өлкәһен замансалаштырыуға республика ҙур сығымдар бүлә. Былтыр ғына һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән күләм 60 миллиард һумдан ашҡан. Ғөмүмән, республикала медицинаны үҫтереүгә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Рөстәм Хәмитов маҡсаттарға ирешеү өсөн табиптарға ҙур өмөт бағлауын һәм гиппократ антына тоғро ҡалыуҙарына ышанысын белдерҙе.




