Башҡортостан Хөкүмәте ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Быйыл ошо маҡсатта республика бюджетынан 860 миллион һум аҡса бүленәсәк. Программаға индерелгән үҙгәрештәр ауыл хужалығы үҫешенә булышлыҡ итер, тип көтөлә.
Һауа шарттары ямғырһыҙ торғанда, баҫыуҙа эш ҡайнай. Хужалыҡ механизаторҙары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә төшөргә йыйына. Йылдағыса силос һалыуҙы, сенаж әҙерләүҙе сифатлы итеп башҡарыу улар иңендә.
Яҙғы баҫыу эштәренән башлап, көҙгөһөн уңышты йыйып алғансы хужалыҡта бына ошондай заманса техника ярҙамға килә. Әлегә уларҙың һаны тиҫтәнән ашыу, хужалыҡ алдағы йылдарҙа тағы ла өсәүгә арттырырға ниәтләй.
Шулай ҙа хужалыҡ етәксеһе баҫыу эштәрен еңеләйтеү маҡсатында техниканы комплекста, йәғни сәскесенән алып, комбайнға тиклем һатып алыу ҡулайлыраҡ тигән фекерҙә. Механизаторҙар ҙа яңы заманса техника мөмкинлектәрен барлай. Техника яҡшы, кеше өсөн эшләнгән, тип билдәләй механизатор Рәмзил Вәлитов.
Әлбиттә, ҡеүәтле техника ҙур сығымдар талап итә. Хужалыҡтарға был йүнәлештә дәүләт субсидиялары ярҙамға килә. Программа республикала 2011 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә күптәр иҫке тракторҙарын яңыға алыштырып өлгөргән.
Бөгөн Хөкүмәт ултырышында ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибе раҫланды. Программаға кооперативтарҙы, умартасыларҙы ла индереү кәрәклеге әйтелде. Һөҙөмтәлә исемлек артыу менән, һатып алынасаҡ техника ла төрлөләнә.
Быйыл ошо маҡсатта республика бюджетынан 860 миллион һум аҡса бүленәсәк. Программаға индерелгән үҙгәрештәр ауыл хужалығы үҫешенә булышлыҡ итер, бүленгән сумма үҙен аҡлар, тип көтөлә.
Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре һатып алған техника хаҡының 50 процентына тиклем республика бюджеты ҡаплай. Белгестәр әйтеүенсә, был ҙур ярҙам, хужалыҡтарҙан уны ҡулланып, уңышлы файҙаланыу ғына талап ителә. Үҙгәрештәргә ярашлы, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы райондарында эшләп килгән хужалыҡтар өсөн субсидия ун процентҡа юғарыраҡ буласаҡ. Был төбәктәрҙә климат үҙенсәлектәренә ҡарап билдәләнә.




