Ауыл юбилейы

Балтас районы Йәнтимер ауылында марый халҡының йәйҙе ҡаршы алыу йолаһы – Семык байрамы ойошторолдо. Милли байрам ауылға нигеҙ һалыныуға 290 йыл тулыуға арналды.

Боронғо марый ауылы тураһында тәүге тәрихи мәғлүмәттәр 1728 йылда теркәлгән. Әле бында 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Быйыл Балтас районында "Эрвел Марий" марый милли-мәҙәни автономиялы ойошмаһы ла төҙөлгән. Төбәктә марый халҡының милли-мәҙәни йолалары быуындан-быуынға күсә килә. Ауылдаштар осрашыуына күптәр марый халҡының миллли кейемдәрендә килгәйне.

Байрамда ҡатнашыусылар марый халҡының йыр-бейеүҙәрен башҡарҙы, боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрҙө. Милләттәштәренең шатлығын Марий Эл Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа уртаҡлашты.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.