Байрам саралары Ҡариҙел районының "Звездный" физкультура һәм спорт үҙәгендә үтте. Һабайнтуйҙа федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение һәм радио хәҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Быйылғы журфест "Милли матбуғат мәҙәниәтте һәм этносты һаҡлаусы ҡорал!” тигән темаға арналды.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған фестиваль быйыл Павловка һыуһаҡлағысы ярында үтте. Йыл һайын ойошторолоп килгән сара бер майҙанға бөтә республиканың ҡәләм оҫталарын йыйҙы. Улар гәзит-журналдарҙа, интернет баҫмалар, телевидение һәм радио, гәзит-журналдарҙа эшләгән хәбәрселәр.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында эшләгән Неля Ғәйнетдинова журналистика өлкәһендә тос фекерҙәре менән айырылып тора. Уның хеҙмәте Рәсәй журналистары союзының маҡтау грамотаһы менән баһаланды.
Журналистар матбуғат клубы эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнашты. Һөнәри таһыллыҡты арттырыусы оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәрҙә милли матбуғатты үҫтереү юлдары ҡаралды.
Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған сараға Мәскәү, Саха-Яҡутия журналистары ла саҡырылған. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы зоналарға бүленгән журналистар берләшмәләре республикала йәшәүсе төрлө милләттәрҙең йолалары һәм милли ризыҡтары менән таныштырҙы.
Журфест тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйыу майҙаны ла.
Журналистар йыйынында иң ҙур һәм татыу коллектив "Башҡортостан" гәзитенән килгән. Улар усаҡта бишбармаҡ әҙерләне. Хоҡуҡи темаларға яҙыусы Рәмилә Мусина һәр ваҡыт алғы сафта, ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Тос фекерле журналист бөгөнгө осрашыуҙан бай тәьҫораттар алған.
Уҡыусы күңеленә үтеп инерлек итеп яҙа белеү оҫталығы, әңгәмәсең менән тиҙ арала элемтә ҡороу, мәғлүмәт таба белеү-был сифаттар цифрлы баҫмалар менән сыбарланған ысынбарлыҡта журналистың булмышын билдәләй. Әммә хәҙерге заман хәбәрсеһенә яҡшы физик әҙерлекле булыу ҡамасауламай. Шуға ла спорт ярыштарында үҙебеҙҙең коллегалар һынатманы. Медиахолдинг журналистары командаһы быйылғы журфестта волейбол ярыштарында беренселекте яуланы.
Һигеҙенсе тапҡыр үткән журналистар фестивале -милли баҫмаларҙа күтәреү һәм таратыу мәсьәләләрен алғы планға ҡуйҙы. Киләһе йыл Рәсәйҙә ерле халыҡтар йылы буласаҡ тип күҙаллана. Тимәк, милли журналистикала эҙләнеүҙәр өсөн киң офоҡтар асыласаҡ.




