Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй

Ошо уңайҙан Рәсәй мосолмандарын ил президенты Владимир Путин ҡотланы.

"Был яҡты байрам бөтә илдә - дини йәмғиәттәрҙә, шулай уҡ ағай-эне һәм яҡындар араһында ла ҙурлап билдәләнә. Күп йылдар дауамында Рәсәй мосолман ойошмалары ил һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡиммәттәре институтын һаҡлау мәсьәләләренә, хәйриә эштәренә ҙур иғтибар бирә, милләт-ара татыулыҡты һаҡлауҙы хәстәрләй. Әлбиттә, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм традицияларына йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим. Бындай ҙур, һөҙөмтәле эш тәрән хөрмәткә һәм ярҙамға лайыҡлы", - тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.