"Ысын күңелдән һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Күп быуаттар дауамында ислам юлынан барыусыларҙың был байрамында беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың бай рухи-тарихи мираҫы сағылыш таба. Ул әхлаҡи яңырыу билдәһе булып тора, түҙемлек һәм изгелек, мәрхәмәтлек һәм ғәҙеллеккә өйрәтә.
Һәр диндар был көндәрҙә мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Бөгөн Башҡортостандың мосолман руханиҙары республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, мөһим хәйриә, мәғрифәт һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Өммә әүҙемлегенә бәйле мәсеттәр һәм уҡыу йорттары төҙөлә, ислам мәғарифы камиллаша, мосолмандарҙың изге урындарына хаж ойошторола. Артабан да республиканың традицион конфессиялары күп милләтле һәм күп динле беҙҙең илебеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға күп көс һаласағына ышанам. Хөрмәтле дуҫтар, ошо көндәрҙә һеҙгә сәләмәтлек, изгелек һәм тыныслыҡ теләйем. Изге байрам һәммәбеҙҙең йортона яҡшы кәйеф, йылылыҡ һәм именлек алып килһен", тиелә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауында.





