Изге ғәмәл

Барлыҡ мосолман халҡы бер ай дауамында ураҙа тотҡандан һуң, рухи таҙарыныу күңел күтәренкелеге менән ураҙа ғәйетен ҡаршылай. Ошо уңайҙан республиканың барлыҡ иман йорттарында байрам намаҙҙары уҡыла. Ураҙа ғәйете тағы ла өс көн дауам итә. Байрамда ололарҙы ҡәҙерләү, туғандарҙы табынға саҡырыу ҙа күркәм йолаларҙың береһе һанала.

Байрамдарҙа иман йорттары эсе шығырым тулы булыуына ҡала халҡы күптән инде күнегеп бөткән. Бөгөн дә иртәнге сәғәттәрҙән олоһо ла, кесеһе лә "Ләлә" мәсетенә ағылды. Эскә һыймағандар үҙҙәре менән алып килгән намаҙлыҡтарын йәйеп изге теләктәрен тышта теләне. Йыл һайын ураҙа тотоп, байрамды ихлас ҡаршылаусы Илнур Дәүләтгәрев улы Динар менән килгән. Бала күңеленә тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары тик ғаиләлә һалына, улым күптән түгел үҙ теләге менән сүрәләрҙе ятлай башланы, ти атаһы.

Тәң сиратта диндең ҡиммәтлеген балаға күрһәтергә кәрәк. Балалар – беҙҙең киләсәк. Ҡулдан килгәнсе уларҙы яҡшы тәрбиәләргә кәрәк.

Илнур Дәүләтгәрәев, Өфөлә йәшәүсе

Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан фарызы буйынса мосолмандар изге Рамаҙан айын ураҙа тотоп үткәрә. Быйылғы йәй һалҡынса башланыуы ауыл эшсәндәрен, ял итеүселәрҙе ҡыуандырмаһа ла, ураҙа тотоусылар өсөн бик ҡулай булды. Дин ҡанундарына ярашлы, һәр мосолман һаулығы торошона ҡарап, уны үтәргә бурыслы. Ә бына ауыр сирҙәрҙән яфаланыусыларға, йөклө ҡатындарға был ғәмәлдәрҙе үтәү фарыз түгел.

Шулай ҙа ураҙа тотоу ашауҙан, эсеүҙән тыйылыу ғына түгел, ти дин әһелдәре. Ә кешеләргә насар уйҙарҙан арынырға ярҙам итә. Тыйнаҡлыҡҡа өйрәтә, түҙемлек, ихтыяр көсө тәрбиәләй.

Ураҙаны Аллаһтың ризалығы өсөн тотабыҙ. Намаҙ уҡыуҙарыбыҙ ҙа, зәҡәт тә, хаж да, бөтөн изгелектәр ҙә Алла өсөн. Был ай зиһенебеҙҙе тәрбиәләү, йөрәгебеҙҙе тәрбиәләү, үҙебеҙҙе тәрбиәләү.

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй

"Ләлә" мәсетендә республиканың башҡа төбәктәренән, хатта сит илдән килеүсе мосолмандар ҙа булды. Сөнки иман йортонда милләттәргә бүленеш юҡ. Дин ҡәрҙәштәр тигеҙ рәттәргә теҙелеп, ғибәҙәт ҡылды.

"Ләлә" мәсетендә намаҙ тамамланғас та, халыҡ таралышманы. Йәшен дә, олоһон да берләштергән байрамда улар бер-береһе менән аралашты, хәйер-саҙаҡа таратты.

Автор: Фәниә Юланова.