Нурлы байрам

Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ мәсеттәрендә лә Ураҙа байрамы билдәләнде. Намаҙҙар уҡылды, хәйер-саҙаҡа таратылды, мул табындар әҙерләнде. Өфөләге байрам саралары тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

"Ғофран" мәсете алдында байрам былауын бешереүсе Фәйзулла Тағаев менән Рөстәм Ғәлиев таңғы биштән аяҡ өҫтө. Уларға меңдән ашыу халыҡҡа Ураҙа байрамының төп һыйын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. "Ғофран" мәсетендә алма төшөрлөк тә урын юҡ. Беренсе ҡатта ир-уҙмандар, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ уҡый. Байрамға килеүселәр араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина ла бар. Ул теүәл бер мөсәл намаҙҙа, йыл һайын мосолмандар менән бергә Ураҙа тота.

Ун көнөмдә матур итеп тоттом, был минең өсөн бик сауаплы. Уға тиклемге айҙа биш көн ураҙа тотҡан инем.

Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостандың халыҡ артисы

Рамаҙан айында башҡарылған һәр изге ғәмәл өсөн ун тапҡырға артыҡ итеп әжере ҡайтарыла, Ураҙа тотоу мосолмандарҙы сәләмәтләндерә, йәшәүгә көс бирә, тип билдәләне "Ғофран" мәсете имам-хатибы Нух хәҙрәт.

Бөгөн шундай ҙур байрам. Бер ай буйына ураҙа тоттоҡ, ифтарҙар үткәрҙек. Һынау айы булды был. Көндәр ҙә матур булды.

Нух Хәсәнов, "Ғофран" мәсете имам-хатибы

Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсетендә лә мосолмандар Ураҙа байрамын лайыҡлы ҡаршыланы. Иман йортона Ислам динен тотҡан төрлө милләт вәкилдәре намаҙға йыйылды. Республикала дин тотоу иреклеге бар һәм диндарҙарға тигеҙ ҡараш булдырылған. Мосолман өммәтенән булғандарҙы берҙәмлек һәм татыулыҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә.

Байрам өс көн бара. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөргә, мохтаж кешеләргә ярҙам итергә, ата-әсәйҙәребеҙгә иғтибар итергә, вафат булған ата-бабаларҙың зыяраттарына барып ҡөръән уҡырға, йыйыштырырға кәрәк.

Әхмәт Әхмәров, Беренсе Йәмиғ мәсете имам-хатибы

Бөтә республика мосолмандарын берләштергән Ураҙа байрамы - "Башҡортостан" лайф-стайл үәгендә ойошторолдо. Сара ҡала хакимиәте, Үҙәк мосолмандары Диниә назараты һәм мөһим социаль проекттарҙы яҡлаусы һәм үҫтереүсе "Ферзь эшлекле клубы" ярҙамында үтте.

Республика Ураҙа байрамында бар ғаилә менән ял итергә мөмкин булды. Балаларға ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар ойошторолдо. Күләмле сара Әхләҡи-рухи ҡиммәттәрҙе, сәләмәт тормошто прпагандалауҙы, илһөйәрлекте үҫтереүҙе , халыҡтар һәм дини конфессиялар араһында дуҫтарса мөнәсәбәтте булдырыуҙы һәм һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Республика Ураҙа байрамы был майҙанда икенсегә үткәрелде. Изге байрамда быйыл халыҡ әүҙемерәк ҡатнашты. Майҙанда мосолман әйбеҙрҙәрен тәҡдим иткән кибеттәр эшләне, халыҡ бушлай былау менән һыйланды. Саранан һәр кем яҡшы кәйеф, ыңғай тәъҫораттар алды.

Автор: Гүзәл Борханова.