Йөрәк һағында

Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау буйынса беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресы дауам итә. Форумға сит илдәрҙән утыҙҙан ашыу белгес килде. Меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан сарала медициналағы был өлкә проблемалар һәм ҡаҙаныштар тикшерелә. Бөгөн кардиохирургтар йөрәккә яңы технологиялы уникаль операциялар яһаны, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

70 йәшлек ханымдың йөрәк мускулдары минутына 140-160-ҡа тиклем ҡыҫҡарған. Пациент тахикардиянан интеккән, ул тын ҡыҫылыу, баш әйләнеү һәм хәлһеҙлеккә килтерә. Республика кардиология үҙәге хирургтары йөрәктең патологиялы өлөшөн туңдырыу өсөн махсус баллон беркетә. Сир күберәк өлкәндәрҙә осрай һәм унан тик операция ярҙамында ҡотолоп була. Үҙәктә йылына ошондай йүнәлештәге опреациялар 100-ҙән ашыу кешегә яһала. Киләсәктә уны 120-гә еткереү күҙаллана. Баллон менән йөрәк эшмәкәрлегендәге тайпылышты еңеү Башҡортостанда тәү башлап ҡулланыла башлаған, медицина материалы йыл ярым элек кенә ҡулланылышҡа ингән.

Йөрәктең туҡымаһы түбән температура ярҙамында туңдырыла. Был өйәнәкте булдырмауға ярҙам итә. Операцияның ҡатмарлылығы техник яҡтан материалдарҙың ҡиммәтле булыуына бәйле.Пациенттарға ул бушлай эшләнә.

Илдус Сәғитов, Республика кардиология үҙәгенең бүлек мөдире

Әмәлиәт барышын ситтән дә күҙәтәләр. Ул конгресс-холл залына тура трансляциялана. Йөрәк һәм уны һаҡлау, сирҙәрен өйрәнеү өсөн донъяның алдынғы кардиологтары Өфөгә йыйылды һәм улар икенсе көн ошо өлкә мәсьәләләрен тикшерә.

Өфөлә пациенттарға донъяуи кимәлдәге юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә һәм ситкә барып дауаланыу талап ителмәй. Конгресс ваҡытында донъяның алдынғы табиптары лекциялар уҡый, хирургтар айырым осрашып фекер алыша, ғөмүмән, Өфө был көндәрҙә йөрәк ауырыуҙарын өйрәнеү майҙансығына әйләнде.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы

Был операция бүлмәһе Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһыныҡы. Әмәлиәт барышын шулай уҡ күләмле форумда ҡатнашыусылар ҡарай алды.

Хирургтар командаһы берҙәм, операция бүлмәһе заманса медицина техника менән йыһазландырылған. Беҙҙә ТАВИ ысулы менән операциялар күберәк эшләнә.

Шахрам Лотфи, Ахен ҡалаһы университеты клиникаһы табибы

Йөрәк һәм ҡан-тамырҙары системаһы ауырҙарын дауалаусылар өсөн был ике көн артабан да кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур этәргес. Сөнки йөрәк сирҙәренән интегеүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә. Форумда билдәләнеүенсә, был өлкәләге ауырыуҙар миллионлаған ғүмерҙәрҙе алып китә. Ә пациентҡа ярҙамды минуты, секунды менән күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк. Шулай ҙа тәү сиратта профилактика. Һәм кешеләрҙе яратыу.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.