Рәсәйҙең Үҙәк банкы ОСАГО тарифтарын үҙгәртеү проектын иғлан итте

Документ көйләүсе банктың рәсми сайтында донъя күрҙе. Проект полис тарифтарының база ставкалары һәм коэффициенттары күләмен үҙгәртеү тәртибен билдәләй. Ул ОСАГО тарифтарын реформалауҙа беренсе аҙым булып тора. Физик шәхестәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ике яҡ өсөн дә 20% арта.

Фото №1 - Рәсәйҙең Үҙәк банкы ОСАГО тарифтарын үҙгәртеү проектын иғлан итте

Шулай итеп, иң юғары ставка 4 942 һумға тиклем күтәрелә, минималь күләм 2 мең 746 һум тәшкил итә. ОСАГО полистары мотоциклсылар, шулай уҡ юридик шәхестәрҙең еңел автомобилдәренә арзанаясаҡ. Мотоциклсылар өсөн 1 мең 47 һумға тиклем төшә, ә еңел машиналар өсөн - 2 мең 911 һум тирәһе.

Бер үк ваҡытта территориаль коэффициенттар үҙгәрмәй. Бынан тыш, транспорт хужаһының йәшен һәм һәм стажын иҫәпкә алыусы коэффициенттар ҙа арта. Реформа аварияһыҙ йөрөүгә ташламалар һәм өҫтәмәләр системаһына, шулай уҡ бонус коэффициентына ла ҡағыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ