Фиҙаҡәр хеҙмәте, изге эштәре – яҡташтары хәтерендә

Бик күп етемдәрҙе тәрбиәләп оло тормош юлына сығарған талантлы педагог, заманында Баймаҡ районы Темәс балалар йортоноң алмаштырғыһыҙ директоры булған оло йөрәкле Ғәйникамал Йомағолованың тыуыуына 100 йыл. Ошо уңайҙан Темәс ауылында "Рәхмәт һиңә, Ил инәһе!" исемле Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте.

Фото №1 - Фиҙаҡәр хеҙмәте, изге эштәре – яҡташтары хәтерендә

Сара Ғәйникамал Йомағолованың һәм балалар йортонда тәрбиәләнеп, бөгөнгө көндә баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең рухтарына аят бағышлау менән башланды. Кисәлә педагогтың ҡыҙы һәм кейәүе - Мәскәү ҡалаһынан Клара һәм Салауат Әминевтар, уларҙың балалары, ғаилә дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ҡатнашты.

Ауыл халҡы уны бер ваҡытта ла онотмай, һәр ваҡыт иҫкә ала. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә бындай шәхестәребеҙ өлгө булып тора.

Сәлимйән Вәлиев, Темәс ауылының "Атайсал" ҡоро етәксеһе

Хеҙмәт юлын Темәс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған Ғәйникамал Зарип ҡыҙына тағы ла яуаплыраҡ эш йөкмәтелә - Темәс балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Ғәрәсәтле һуғыш йылдарында ауыр ҡоролоҡ, аслыҡ кисерергә тура килә. Йәш директор тиҙ арала үҙе кеүек булдыҡлы, егәрле, етем балаларға ата-әсә йылыһын биргәндәй берҙәм тәрбиәселәр коллективын туплай.

Үҙ осороның Макаренкоһы булған тынғыһыҙ педагог балалар йортонда 13 йыл эшләү дәүерендә бихисап балаларҙы үлемдән ҡотҡара, улар өсөн ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәй. Халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән тынғыһыҙ педагог, оло йөрәкле ил әсәһе Ғәйникамал Йомағолованың исеме бөгөнгө көндә лә халыҡ телендә, халҡы йөрәгендә.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ