Смоленск өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙҙың исеме асыҡланды

Туймазы районында тыуып үҫкән Сәхибгәрәй Шафиҡов Смоленск өлкәһендә табылған. Республикала әле уның ейәндәре йәшәй. Туймазы районының Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды һалдаттың һөйәктәрен Башҡортостанға алып ҡайтасаҡ. Яугирҙы тыуған яғында 22 июндә ерләү күҙаллана.

Фото №1 - Смоленск өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙҙың исеме асыҡланды

Уның үҙе менән шәхси әйберҙәре булған. Шәхесе ошо медальонда яҙылған исем-шәрифе һәм башҡа мәғлүмәт буйынса асыҡланған. Июндә мин Смоленскийға барам һәм 22 июндә һалдаттың һөйәктәре тыуған яғында ерләнәсәк.

Риваль Канеев, Х. Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды командиры

Туймазы районы эҙәрмәндәре ил буйлап тарихи экспедицияларҙа йыш ҡатнаша. Һуңғылары Ленинград һәм Ростов өлкәһенә ойошторолған. Экспедиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдар буйлап барған һәм быйыл Ростов өлкәһендә 38 һалдаттың һөйәктәре табылған. Бик күп экспонаттар ҡаҙып алынған, улар бөтәһе лә Ҡандра ауылының Дан музейында һаҡлана. Киләһе йыл төбәк эҙәрмәндәре Ростов өлкәһенә тағы юлланмаҡсы.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ