Милли хоккей лигаһында көйәрмәндәрҙең төрлө номинациялар буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителде. Шуларҙың береһендә юлаевсылар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, "Тампа-Бэй" клубы ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский еңеү яуланы.
Конкурста ҡатнашыусы 27 мең кеше яҡшыбыҙҙың баш кейемен иң яҡшыһы тип таныған. Ул кейгән шлемдың төп үҙенсәлеге - һауа температураһына ҡарап төҫөн үҙгәртә алыуы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Василевский быйылғы миҙгелдә көнсығыш конференцияның финалына тиклем барып етте. Уның командаһы һуңынан чемпион исемен яулаусы "Вашангтон" клубынан 3-4 иҫәбенә отолдо. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан вәкиле милли хоккей лигаһының иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы исеменә дәғүә итә.




