Ураҙа байрамы уңайынан Иглин районының мәсеттәрендә лә байрам намаҙҙары уҡылды

12 йыл элек Әмит ауылында манаралы йорт ҡалҡып сыға. Ул Йәһүҙә Сәлимгәрәева башланғысы менән төҙөлә. Шул ваҡыттан алып мәсеттә барлыҡ мосолман байрамдары ла киң билдәләнә. Уларҙа урындағы халыҡ та, ситтән килеүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша.

Ураҙа – ул гонаһтарҙан ҡотолоу айы ла булып тора. Ниндәйҙер сәбәп менән быйыл ураҙа тота алмаусылар һәр көн өсөн фытыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Ул йәшәү кимәле түбән мосолмандар өсөн - 50 һум, урта хәллеләр өсөн – 150 һум, хәллеләр өсөн 300 һум тәшкил итә. Шулай уҡ ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн фидиә саҙаҡаһының суммаһы төбәктәге төп аҙыҡ-түлек хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш.

Әхмәт Хәсәнов, Әмит ауылы мәсете имам-хатибы) Арабыҙҙа сир арҡаһында, йә ҡартлыҡ арҡаһында ураҙа тота алмаған кешеләр бар. Улар һәр көн өсөн фытыр саҙаҡаһын түләй. Башҡортостан диниә назараты буйынса 5400 һум, үҙәк диниә назараты буйынса 6 мең һум.

Автор: Әнәс Вәлиуллин.