Пенсия йәшен арттырыуға - ыңғай йәки ҡаршы

Рәсәй Хөкүмәте яңы пенсия реформаһының старт алыуы тураһында иғлан итте. Ул ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсия йәшен яйлап арттырыуға йүнәлтелгән. Эксперттар фекеренсә, был сара күптән хәл итеүҙе талап итә. Уны ғәмәлгә ашырыуҙан дәүләт тә, граждандар ҙа отасаҡ. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Фото №1 - Пенсия йәшен арттырыуға - ыңғай йәки ҡаршы

Ир-аттар өсөн 65, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 63. Бер нисә йылдан беҙҙең илдә пенсияға ошо йәштәрҙә сығырға мөмкин буласаҡ. Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар тураһында кисә үткән ултырышта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев иғлан итте. Әммә премьер-министр шунда уҡ күсеү ососроноң 16 йылға һуҙыласағын билдәләне.

Предлагается ввести достаточно длительный переходный период. Начать его предлагается с 2019 года, чтобы пошагово достичь выхода на пенсию в 65 лет для мужчин в 2028 году и в 63 года для женщин в 2034 году

Дмитрий Медведев, Рәсәй хөкүмәте рәйесе

Пенсия йәшен арттырыу мөһимлеге тураһындағы күптән әйтелеп килде. Хаҡлы ялғы сығыу өсөн ҡуйылған әлеге сик алты тиҫтә йыл самаһы элек билдәләнгән. Әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә кешенең эшкә һәләтлелек осоро артҡан. Мәҫәлән, Европа илдәрендә халыҡ пенсияға уртаса 65 йәштән сыға. Бер үк ваҡытта был күрһәткес ирҙәр өсөн дә, ҡатындарға ла бер килеш ҡала. Рәсәйҙә иһә был айырма һаҡлап алып ҡалынасаҡ.

Бөгөн пенсия йәшен үҙгәртеү илдең иҡтисади үҫешен тиҙләтеү өсөн кәрәк. Сөнки эшсе ҡулдар артҡан һайын иҡтисад та ҡеүәтлерәк була бара. Реформа шулай уҡ юғары темптар менән пенсия түләүҙәрен индексацияларға, рәсәйлеләрҙең әүҙемлек менән оҙаҡ йәшәүен тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.

Нужно говорить также и об общей стратегии, которая принята в Российской Федерации, стратегии действий в интересах старшего поколения, которая направлена на активное долголетие. То есть одновременно будут двигаться два процесса. С увеличением пенсионного возраста создаются условия для активной, полноценной жизни людей старшего возраста

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Билдәләргә кәрәк, Рәсәй яңы этапҡа эҙмә-эҙлекле күсәсәк. Беҙҙең ил Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә иң һуңғыһы булып пенсия йәшен үҙгәртеүгә тонтондо. Пенсия реформаһы уртаса ғүмер оҙонлоғон һәм йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән дәүләттең мөһим бурыстары менән йәнәш алып барыласаҡ. Күсеү осоро был процестарҙы бер үк ваҡытта башҡарырға ярҙам итер тип күҙаллана.

Здесь, наверное, все эти социальные реформы, которые есть, должны быть сообща. Конечно же, и здравоохранение, и социальная поддержка. Глядя на сегодняшних уже пенсионеров, которым 55, и те, которые к этому возрасту подходят, они очень молоды душой, профессионально очень хорошо подкованы, и их знания очень нужны. Нельзя просто так отпускать людей. Нужно использовать их потенциал

Ольга Панчихина, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе
Башбат

Реформа һөҙөмтәһендә иҡтисад менән бер рәттән, граждандарҙың пенсия күләме лә һиҙелерлек яҡшырасаҡ. Йәғни, ул йыл һайын яҡынса бер мең һумға артып торасаҡ. Әлеге ваҡытта был процесс ике тапҡырға яйыраҡ бара. Бынан тыш, дәүләт закон нигеҙендә өлкән быуын кешеләрен эш менән тәьмин итеү һәм хеҙмәт карьераһын дауам иттереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырасаҡ. Әммә күп кенә рәсәйлеләр өсөн был талап ителмәҫ тип көтөлә. Сөнки бөгөн пенсия йәшендәгеләрҙең байтағы хаҡлы ялға сығыуҙан баш тартып эшләү йөрөүгә өҫтөнлөк биргән. Бындай күренеш донъяның башҡа илдәре өсөн дә хас. Рәсәй ҙә улар иҫәбендә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ