Күләмле төҙөлөш

Подрядсылар "Дуҫлыҡ монументы" эргәһендәге күперҙе төҙөкләндергәндә сифат өсөн, ә ҡала властары Тимашев үткәүелендәге эштәрҙе тамамлау өсөн вәғәҙә ителгән сығымдарҙы табырға тейеш. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында төҙөлгән ҙур объекттар, шул иҫәптән спорт комплекстры менән танышты.

Затон биҫтәһендә төҙөлгән спорт әҙерлеге үҙәгендә әлегә техника тауышы ғына ишетелә, ә киләһе йыл ул Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк. 40 мең квадрат метр самаһы майҙанда ике бассейн, табип-тергеҙеү үҙәге, кафе һәм ҡунаҡхана ҡаралған. Бынан тыш, 3 мең урынға иҫәпләнгән спорт залында мини-футбол, баскетбол һәм волейбол ярыштарын үткәрергә мөмкин буласаҡ. Төҙөлөш 2011 йылда башланған, әммә төрлө сәбәп менән эштәр ваҡытлыса туҡталып торған. Тиҙҙән хеҙмәткәрҙәр биналарҙы биҙәкләүгә тотона. Рөстәм Хәмитов эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу бурысы ҡуйып, төҙөлөштө шәхси контролгә алыуын белдерҙе.

Башҡортостан етәксеһе шорт-трек үҙәгенең сафҡа инеү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ике мең урынға иҫәпләнгән ябыҡ комплекс "Төҙөүсе" стадионы биләмәһендә урынлашҡан. Эште тиҙләтеү маҡсатында Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә объектты айырым контролгә алырға ҡушты.

Автомобилдәр колоннаһы әкренләп Тимашев үткәүеленә яҡынлаша. Был урында йыш ҡына километрға һуҙылған тығындар хасил була. Проблеманы халыҡ һорауы буйынса тимер юлы өҫтөнән һалынған ҡоролма хәл итергә тейеш. Объекттың хаҡы 1 миллиард һум. Республика һәм ҡала властары сығымдарҙы яртылаш ҡапларға килешкән. Әммә һуңғылары үҙ вәғәҙәләрендә тормаған. Билдәләнгән ваҡыттан артта ҡалмаҫ өсөн подрядсы ойошма финанстарҙы үҙ кеҫәһенән алырға мәжбүр.

Эште туҡтатмау өсөн республика 200 милллион һум аҡсаны социаль маҡсатлы программа фондынан күсергән. Ҡалған 300 миллион һумды Рөстәм Хәмитов ҡала властарына үҙаллы табырға ҡушты.

Ә бына был объекттың тиҙерәк асылыуын меңдәрсә водитель һәм пассажир көтә. Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге иҫке күперҙе төҙөкләндереү тәүлек әйләнәһенә бара. Ҡоролманы асыу ваҡыты бер тапҡыр һуңғараҡ күсерелде. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙән башҡарылған эштең сифатлы булыуын талап итте.

Республика етәксеһе бындай хәлгә килтереүсе Ағиҙел күперен хеҙмәтләндереүсе ойошманың эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Ул шулай уҡ тайауҙарға көстө кәметеү өсөн сөгөндән эшләнгән яндауырҙарҙы еңеләрәк материал менән алмаштырыға кәңәш итте. Бер үк ваҡытта иҫке асфальтты тиҙерәк ҡырҡа башлау мөһимлеген билдәләне.

Йәй аҙағына тиклем Рөстәм Хәмитов спорт әҙерлеге үҙәгенә генә түгел, шулай уҡ Черниковка биҫтәһендәге объекттарға ла бер нисә тапҡыр барасаҡ. Ә "Дуҫлыҡ монументы" янындағы күперҙә алып барылған эш барышы менән республика етәксеһе көн һайын танышып торасаҡ.

Автор: Илдар Байбулатов.