Бер нисә йылдан Рәсәйҙә хаҡлы ялға ошо йәштән сығырға мөмкин буласаҡ. Хөкүмәт илдә яңы пенсия реформаһының старт алыуы тураһында иғлан итте. Был яңылыҡ граждандарҙың пенсия йәшен яйлап күтәреүгә йүнәлтелгән. Эксперттар фекеренсә, үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә алған сара күптән хәл итеүҙе талап итә. Уны ғәмәлгә ашырыуҙан дәүләт тә, граждандар ҙа отасаҡ.
Пенсия йәшен арттырыу мөһимлеге тураһында бәхәс күптән бара. Хаҡлы ялғы сығыу өсөн ҡуйылған әлеге сик алты тиҫтә йыл самаһы элек билдәләнгән. Әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә кешенең эшкә һәләтлелек осоро артҡан. Мәҫәлән, Европа илдәрендә халыҡ пенсияға уртаса 65 йәштән сыға. Бер үк ваҡытта был күрһәткес ирҙәр өсөн дә, ҡатындарға ла бер килеш ҡала. Рәсәйҙә иһә был айырма һаҡлап алып ҡалынасаҡ. Бөгөн пенсия йәшен үҙгәртеү илдең иҡтисади үҫешен тиҙләтеү өсөн кәрәк. Сөнки эшсе ҡулдар артҡан һайын иҡтисад та ҡеүәтлерәк була бара. Реформа шулай уҡ пенсия түләүҙәрен юғары темпта индексацияларға, рәсәйлеләрҙең әүҙемлек менән оҙаҡ йәшәүен тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.




