Ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында Дим районының шәхси секторында 6-сы янғын һүндереү отряды рейд үткәрҙе. Сараның маҡсаты – шәхси йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың янғынға ҡаршы уяулығын арттырыу, хәүефһеҙлек талаптарын һәм ҡағиҙәләрен аңлатыу.
Беренсе шәхси йортта янғын һүндереүселәр электр сымдарында етешһеҙлектәрҙе, иҙәндәге электр ҡорамалының дөрөҫ ҡулланмауҙан янып сыҡҡанын асыҡланы. Йорт хужаһына ишек алдын сүп-сарҙан таҙартырға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тәҡдим ителде.
Икенсе йорттан газ тәьминәте алынған. Йорт хужаһы мейесен утын менән яғырға маташҡан. Электр сымдары асыҡ. Йорт хужаһына иҫкәрмә һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре яҙылған брошюралар тапшырылды.
Бала-сағаның ут менән шаярыуына бәйле янғын осраҡтары аҙым һайын. Был йортто ғаилә ҡуртымға алған. Йорт хужаһына иҫкергән электр сымдарын алмаштырырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртелде.




