Башта был урында 2014 йылда мәсет һалынған. Уны төҙөтөүсе Рауил Ғүмәров иман йортона әсәһенең исемен биргән. Ә "Шәфиға" мәсете йәнәшәһендә асылған мәҙрәсә тәүгеһе.
Элек -электән был төбәктә диндар халыҡ йәшәгән. Рауил Ғүмәров үҙенең изге ниәтен билдәле мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин Фәхретдиндың: "Киләсәк быуынға ҡалдыраһы мираҫтың иң ҡиммәтлеһе- дин өйрәтеү" тигән аманатына нигеҙләнеп башҡарған.




