Иманлы балалар

Бөгөн Ураҙа ғәйете уңайынан Өфө районының Миловка ҡасабаһында байрам ойошторолдо. Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сара быйыл алты меңгә яҡын кешене йыйҙы. Байрамдың төп ҡунаҡтары балалар һабантуй майҙансығында сүрәләр ятлап, спорт ярыштарында үҙ көсөн һынаны.

Фото №1 - Иманлы балалар

Сәхнә түренә менеп сүрә ятларға теләүселәрҙән оҙон сират теҙелгән. Ҡыҙҙар-малайҙар береһен-береһе уҙҙырып, сығыш яһарға тырыша. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Латифаға ете йәш. Балалар байрамына республиканың алыҫ Баймаҡ, Сибай, Йылайыр яҡтарын килеүселәр ҙә бар.

Етенсе йыл рәттән ойошторолған балалар өсөн Ураҙа байрамы майҙансығына халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән ағыла. Алдағы йылдарҙа ҡатнашыусылар һаны өс мең тирәһе булһа, быйыл улар ике тапҡырға күберәк. Байрамға килгән һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты.

Балалар бында бер-береһе менән танышып, уйнап, ял итеп ҡайталар. Яңы мәсетте лә инеп күреп сыҡтыҡ.

Альбина Ишембәтова, байрамда ҡатнашыусы

Сүрә ятлаусылар артабан үҙҙәрен спорт ярыштарында һынаны. Байрамдың төп ҡунаҡтары - балалар үҙ-ара көс һынашҡанда, уларҙы ата-әсәләре ситтән генә күҙәтте. Командаларға бүленеп уйындарҙа ҡатнашыусы кескәйҙәр һабантуйҙа яңы дуҫтар тапты, йәштәштәре менән аралашты. Сараның маҡсаты ла балаларҙы берләштереү, рухи яҡтан тәрбиәләү.

Ойоштороусылар байрам ҡунаҡтарын йылдағыса ҡайнар сәй, тәмле аш-һыу менән һыйланы. Һабантуй өсөн ун биш һарыҡ итенән, тиҫтәләп ҡаҙанда былау бешерелде. Йәшен дә, олоһон да бер майҙанға туплаған сара кискә тиклем дауам итте.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ