Салауат районында яҙғы байрам менән бергә Салауат Юлаевты ла данланылар

Бөгөн милли батырыбыҙҙың тыуыуына 264 йыл тулды. Шулай уҡ районда азатлыҡ символына арнап иҫтәлекле таш та ҡуйылды. Был эште Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге, "Салауат вариҫтары" ойошмаһы, Әлкә ауылы хакимиәте башҡарып сыҡты.

Салауат районында яндырылған Тәкәй ауылы урынында таш тирмә бар. Сибайҙан килтерелгән мәрмәр таш шунда урынлаштырылған.

САЛАУАТҠА

Һинең юлдан ғына барам кеүек,

Күҙ алмайым һинән бер тотам.

Асылыңа әллә һыйынғанға

Донъялыҡты хатта онотам...

Юлһыҙлыҡта юлдар эҙләүемме?

Һинең маҡсаттарға эйәрәм.

Һынаумы был?

Әллә яҙмыш микән?

Бәхеттәнме йәшем тәгәрәй?

Офоғомда ҡай саҡ юғалаһың,

Тауышыңа табан юлланам.

Асмандарҙа ишараңды көтөп,

Алһыуланып китә күҙалмам.

Серем итер мәлдә уянамын

Тик янымда тойоп тыныңды.

Күҙҙәремде йомоп тоҫмаллайым

Ғорур баҫып торған һыныңды...

Һинең рухың илең күгендә бит!

Һин ҡайттың бит илгә, Салауат!

Сардарлығың ҡылыстарҙы сарлар!

Шағирлығың йөрәктәрҙе имләр!

Доғаларың халҡым дауалар!

Салауат!!!

Лариса Абдуллина, Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.