Ылаҡ, көрәш, уҡсылар бәйгеһе. Әбйәлил районында күсмә халыҡтар уйындары үтте. Был сара тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, милли уйындарҙа үҙ көсөн һынарға килеүселәр ҙә, тамаша ҡылыусылар ҙа күп. Байрам барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Туп урынына кәзә кәүҙәһе, ә ҡапҡаларҙы ҙур тәгәрмәстәрҙән яһалған ҡаҙан алмаштыра. Һыбайлы уйынсылар ерҙә ятҡан кәзәне алып икенсе команда яғына төшөрөргә тейеш. Ылаҡ төрки халыҡтарҙа киң таралған уйын, Сыңғыҙхан ваҡытынан ҡалған.15 минуттан өс тайм,был ярыш спортсыларҙан таһыллыҡ та, сослоҡ та, ҡыйыулыҡ та талап итә. Йәрәхәт алыу ихтималлығы көслө, шуға ылаҡт һәр кем уйнай алмай, оҫталыҡ кәрәк. Бөгөн әбйәлил, баймаҡ, учалы, бөрйән райондарынан дүрт команда ҡатнашты. Сәмле ярышта баймаҡтарға етеүсе булманы.
Күсмә халыҡтар уйындарын ойоштороу ниәтен Салауат Нафиҡов күтәреп сыға. Әлегә тиклем ул “Яҡтыкүл” шифаханаһы янында курорт һабантуйҙарын үткәреп килә. Быйыл формат үҙгәртелгән.
Киләһе майҙан мәргәндәр өсөн. Һуңғы осорҙа уҡ атыу ҙа яңы һулыш кисерә. Билдәренә уҡ-һаҙаҡтарын таҡҡан уйынсылар араһында ир-егеттәр ҙә, ҡатын -ҡыҙҙар ҙа бар. Учалынан Нилә Исламова химия-биологич уҡытыусыһы, ҡулына уҡ менән янды хаҡлы ялға сыҡҡас ала. Хәҙер үҙ тормошон был шөғөлдән башҡа күҙ алдына ла килтермәй.
Бөгөн уҡсылар өс төрлө ярышта үҙҙәрен һынап ҡараны, корея төрө 140, төркиә 70 метр арауыҡҡа иҫәпләнгән. Ә бына венгр төрөндә кемдең уғы иң алыҫҡа оса шул еңә. Мәргән уҡсыларҙы һәм оҫта һыбайлыларҙы берләштергән тағы бер ярыш төрө бар, сабып барған көйө сәпкә тоҫҡап атырға кәрәк. Бында инде икеләтә яуаплылыҡ талап ителә. Хөрмәт Таһиров әйтеүенсә, иң мөһиме сәбәләнергә, ҡабаланырға ярамай.
Милли уйындар тигәнлә тәү сиратта көрәш күҙ алдына баҫа, бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ был юлы ла майҙан тотто. Байрамды учалы филармонияһы артистарвның сығыштары биҙәне.
Еңеүселәр Ҡырғыҙстанда үтәсәк бөтә донья күсмә халыҡтары уйындарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Әбйәлилдәге ярыштарға килгәндә, киләсәктә уны даими уҙғарыу һәм халыҡ-ара кимәлгә күтәреү ҡарала. Ойоштороусылар әйтеүенсә халыҡ-йылдан йыл үҙенең тарихи асылына нығыраҡ ҡайта бара.




