Изге Ураҙа айының һунғы көндәрен Белорет районының Йөйәк ауылы яңы мәсеттә ҡаршы алды. Туҡһан йылдан һуң Инйәр буйының иң хозур ярында урынлашҡан ауылды тағы ла йәмләндереп иман йорто ҡалҡып сыҡты. Ғәйет байрамына сафланып килеп ингән мосолмандар өсөн мәсет асылыуы икеләтә байрам булды. Халыҡ ауылдаштарҙың хәләл көсө менән төҙөлгән яңы мәсеттә тәүге йома намаҙын уҡыны.
Бер быуатҡа яҡын ваҡыттан һуң Йөйәк ауылында ҡайтанан аҙан тауыштары яңғыраны. Иманға ынтылышы ҙур булған ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көткән. Илаһи моңдо ишетеү менән күңелдәрҙе сафлыҡ, аңлата алмаҫлыҡ тойғолар сорнаны, ти улар.
Быға тиклем ғәбәҙәт ҡылыу йорто булмауы урындағы халыҡтың бөтөнләй иманһыҙ булыуы хаҡында һөйләмәй, киреһенсә, ауылдағы һәр кеше тиерлек, бигерәк тә балалар дингә ылыға.
Ауылдан йыраҡ түгел генә изгеләр зыяраты тип йөрөтөлгән ер бар. Был да Йөйәктең дини тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуын дәлилләй, ти тарихсылар ҙа.
Тамырҙар үҙенекен итә, ти диндарҙар. Изге йортто тиҙерәк төҙөтөү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индергән. Урындағы халыҡтың кемеһе техника, кемеһе материалдар менән дә, ситтә йәшәүселәр ҙә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған.
Мәхәллә төҙөткән кешене хоҙай тәғәлә ожмахта урын алып ҡаршылар, ти ислам дине. Ләкин Йөйәк ауылы мәсетен төҙөүселәр үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртмай. Ғибәҙәт ҡылыу йорто тирә -йүнгә, күрше ауылдарға, нур һибеп, иман өләшеп торор тип ышана улар.




