Өфөлә йәшәүселәрҙе спорт күнекмәләренә саҡыралар

Спорт күнекмәләре һәр йәкшәмбе уҙа. Сара һәр аҙна «Башкирия» лайфстайл-үҙәк янында ойошторола.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, күнекмәләр бушлай үтә. Программала кроссфит, йога ҡаралған. Физик әҙерлек кимәле мөһим түгел.

Күнекмәгә спорт кейемендә килеү кәрәк. Башлана 13:00 сәғәттә. Асыҡ һауала үткән спорт сараһында һәр кем ҡатнаша ала.